Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы 1,5 мең һумға тиерлек арттырылды. 2020 йылға ул 8645 һум күләмендә билдәләнде, тип хәбәр итәләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан. Ағымдағы йылдың IV кварталына был һан 7193 тәшкил итте.
Социаль түләүҙәр менән йәшәү минимумынан түбәнерәк пенсия алған һәм эшләмәгән пенсионерҙар ошо кимәлгә тиклем өҫтәмә алырға тейеш. Был мәсьәлә менән Пенсия фонды шөғөлләнә, аҡса федераль бюджеттан бүленә.