Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙә #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе.
«Флешмоб башҡортса бейергә өйрәтеү һәм уны йәштәр араһында популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. 9 октябргә тиклем бер бейеүҙе, бер нисә фрагментты өйрәнербеҙ һәм уны күмәкләп Матросов исемендәге паркта башҡарырбыҙ», — тип һөйләне коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Акцияны башлап ебәреү өсөн артистар «7Медиа» студияһы ярҙамында Арт-Квадратта ролик яҙҙырған.
«Был экспромт рәүешендә булды, артистар беренсегә ишеткән көйгә төрлө хәрәкәттәр яһап бейене», — тине хореограф-репетитор Марат Кәримов.