Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 16:39

Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр

1 ноябргәсә министрҙар кабинеты беренсе ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың медицина хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш, тип хәбәр ителә.

1 ноябргәсә министрҙар кабинеты беренсе ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың медицина хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш, тип хәбәр ителә.

Ошо ваҡытҡа тиклем медицина эшмәкәрлеген лицензиялау тәртибе камиллаштырылырға, шулай уҡ Рәсәй субъекттары властарының медицина ойошмаһы булдырыу йәки уның эшмәкәрлеге йүнәлешен үҙгәртеү тураһында ҡарарҙарҙы алдан килешеү процедураһы индерелергә тейеш.

Бынан тыш, 1 октябргә тиклем хөкүмәткә медицина вуздарын тамамлаусылар дәүләт һәм муниципаль медицина учреждениеларында өс йыл буйына тәжрибәле белгестәр контроле аҫтында эшмәкәрлек алып барһын өсөн «йәш белгес» һәм «табип-остаз» төшөнсәләрен ҡануни яҡтан нығытырға кәрәк.

Быйыл июлдән Өфөнөң ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә эш стажы өсөн өҫтәмәләр билдәләнде. Тиҙ ярҙамда 3-5 йыл өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн окладҡа — 20%, 5-7 йыл — 40%, 7 йылдан ашыуыраҡ — 65%. Йәғни, әгәр бөгөн фельдшерҙың оклады 11 мең һум тәшкил итһә, өҫтәмәнең максималь суммаһы 7 мең һумдан саҡ ҡына күберәк була.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

фото/Яндекс
Читайте нас: