Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 11:25

«Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала

Программа концерт номерҙарын тыңлауҙы, тыңлау йомғаҡтары буйынса ижади лабораторияларҙы, иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында йомғаҡлау концертын, еңеүселәрҙе бүләкләүҙе үҙ эсенә ала.

Яңы ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем бара, тип хәбәр итәләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Конкурста ҡатнашыуға муниципаль райондарҙың ауыл тораҡ пункттарының үҙешмәкәр йыр коллективтары (халыҡ йыры, фольклор йыры, эстрада йыры ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар) саҡырыла. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.

Сара өс этапта ойошторола. Беренсе этап — һайлап алыу (2019 йылдың октябре-декабре) — республика ауылдарында конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).

Икенсе этап — район (2020 йылдың февраль-майы) — беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).

Өсөнсө этап — республика (2020 йылдың октябре) – икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы ҡарау (конкурсҡа 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә).

Гала-концерт Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 — Кондакова Наталья Михайловна, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокаль-хор жанры буйынса баш белгесе.
Читайте нас: