Уҡыу йылына сертификаттың уртаса суммаһы 8 800 һум була. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин
уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһендәге сығышында аҡсаны икенсе маҡсатҡа тотонорға һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярамағанын билдәләне. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, шәхси ойошмалар — өҫтәмә белем биреү навигаторы каталогында урынлаштырылған барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар ҙа финанслау программаһында ҡатнаша.