Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 11:35

«Сәләмәтлек поезы» акцияһы барышында 78 мең кеше тикшереү үтте

Бер нисә мең кеше «шәкәр диабеты» диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылды, 14 туберкулез, 40-тан ашыу раҫланған яман шеш осрағы асыҡланды.

Бер нисә мең кеше «шәкәр диабеты» диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылды, 14 туберкулез, 40-тан ашыу раҫланған яман шеш осрағы асыҡланды.150 кеше — Өфө кардиология үҙәгендә дауаланырға, 300-өнә Өфө дауаханаларында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.

Стоматология модулдәре лә юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте, мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаһы иҫәбенә уларҙа 500 ауыл кешеһе дауаланды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай акциялар артабан да мотлаҡ дауам итәсәк.

«Халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың мөһим икәнен аңлаһын, организмын насар ғәҙәттәр менән һәләк итмәһен ине. Яман шеш сире беренсе стадияла уҡ асыҡланғас, кешенән өҫтәмә тикшереү үтеүен һәм дауалана башлауын һорайҙар, ә ул быларҙың барыһынан да баш тартып, үҙен ҡәбергә илтә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
фото/ Яндекс


Читайте нас: