Уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе «Ҡасан мәктәпкә барырға?» тигән һорау борсой, сөнки быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин был һорауға: «Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килгәнлектән, Белем көнө уңайынан тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә уҙғарыла. Шуға күрә беҙ белем биреү ойошмаларына тантаналы линейканы аҙнаның тәүге көнөндә үткәрергә кәңәш бирҙек»,- тип яуап бирҙе.
Мәғариф министрлығы башлығы билдәләүенсә, мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренселәр өсөн байрамды йәкшәмбе уҙғарырға хоҡуҡлы.