Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 11:34

Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календары

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 2019/2020 йылдарға биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календары баҫтырып сығарҙы.

Яҡынлашып килгән уҡыу йылында беренселәр — 33, икенсе-һигеҙенсе класс уҡыусылары — 35, туғыҙынсы-ун беренселәр 34 аҙна уҡыясаҡ.

Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә. Ҡышҡыһы 30 декабрҙә башланып, 2020 йылдың 12 ғинуарында тамамлана. Яҙғы каникулдар иһә 23 марттан 30-ына тиклем. Шулай итеп, беренсе кластар – 135, 2-8 кластар – 122, ә 9-11 кластар – 135 көн (дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын иҫәпкә алмайынса) ял итә.

Бынан тыш, уҡыусылар һәм уҡытыусылар түбәндәге дәүләт байрамдарында ял итә:

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

1 ғинуар – Яңы йыл

7 ғинуар – Христос Раштыуаһы

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

9 май – Еңеү көнө

24 май – Ураҙа байрамы

12 июнь – Рәсәй көнө

31 июль – Ҡорбан байрамы.

Фото/бесплатный банк
Читайте нас: