Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Ясно
Новости
13 Августа 2019, 08:06

«Бремен музыканттары» йәнһүрәтенә арналған тәңкәләр

Рәсәй банкы «Рәсәй (совет) мультипликацияһы» серияһының «Бремен музыканттары» иҫтәлекле аҡсаларын әйләнешкә сығарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Аҡсалар өс вариантта эшләнгән. Атап әйткәндә, серияла өс һумлыҡ көмөш тәңкә бар. Был тәңкәнең тиражы – өс мең дана. Шулай уҡ ҡиммәт булмаған металдан 25 һумлыҡ ике тәңкә сығарыла. Улар ғәҙәти һәм махсус (төҫлө һүрәтле) варианттарҙа яһалған, ә уларҙың тиражы – 450 мең һәм 50 мең дана. Үҙәк банк тәңкәләрҙең Рәсәй территорияһында законлы түләү сараһы булыуы һәм номинал буйынса бөтә төр түләүҙәр сикләүһеҙ ҡабул ителергә тейешлеге тураһында иҫкәртә.

Фото/ Яндекс
Читайте нас