Шулай уҡ Енәйәт кодексына тағы бер норма индерелә, уға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ҡамасаулау сәбәпле, пациенттың һаулығына ауыр зыян килтерелгән осраҡта ғәйепле шофер ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителә, ике йылғаса мәжбүри эштәргә ебәрелә йәки уға 80 мең һумғаса штраф һалына. Әгәр ошондай ғәмәлдәр пациенттың үлеменә килтерһә, ғәйепле кешегә дүрт йылғаса төрмә янай.