Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 17:12

Уҡытыусыларға гранттар

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылдың 1 июлендәге указы менән ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға грант булдырҙы

Уның күләме 600 мең һум тәшкил итә. Быйыл конкурсҡа 196 ғариза тапшырылған, Иң яҡшыһы тип табылған 35 йәшкә тиклемге 100 уҡытыусы был грантты алып ҡыуанасаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 1578 уҡытыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе етешмәй. Мәктәптәр математика, инглиз теле уҡытыусыларына, балалар баҡсалары тәрбиәселәргә ҡытлыҡ кисерә.
Читайте нас: