«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға республика ҡаҙнаһынан 11 миллион 250 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Субсидия алыусылар араһында – Әлшәй, Архангел, Балтас, Борай, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай ҡалалары, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.