Өфө командаһы уйындарҙа 8 алтын, 6 көмөш, 11 бронза, йәмғеһе 25 миҙал яуланы.
«Уйын концепцияһы буйынса миҙалдар иҫәбе һәм урындар буйынса йомғаҡ яһау ҡаралмаған. Иң мөһиме, балаларыбыҙ үҙ-ара аралашты, — тип билдәләне 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының баш судьяһы Андрей Кривошеев. — Әммә Өфөнөң беренсе урынға сығыуын хәбәр итергә шатмын».