Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 19:12

25 процентлыҡ өҫтәмәне тағы ла кемдәр аласаҡ?

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хаҡлы ялға сыҡҡас пенсияһына 25 процентлыҡ өҫтәмә алырға хоҡуҡлы ауыл һөнәр эйәләре исемлеген арттырырға тәҡдим итте. Хөкүмәт ҡарары проекты норматив хоҡуҡ акттары порталында урын алған.

Исемлеккә үҫемлекселек, малсылыҡ һәм балыҡсылыҡ өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе генә түгел, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын, етештереү ҡорамалдарын, ауыл хужалығы объекттарын хеҙмәтләндереү, йүнәтеү, һаҡлау буйынса эш башҡарыусыларҙы, етәксе, инженер, келәт мөдире, техниктарҙы ла индереү күҙаллана. Бынан тыш, унда кладовщик, ярҙамсы эшсе, ҡарауылсы, сүкешсе, кочегар кеүек һөнәрҙәрҙең дә индерелеүе ихтимал.



Читайте нас: