“Тарихи иҫтәлекте һаҡлау маҡсатында һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Рәсәйҙә 2020 йылды "Хәтер һәм дан йылы" итеп үткәрергә ҡарар итәм”, — тиелә указда.
Президент был йыл сиктәрендә саралар үткәреүҙе “Еңеү” Рәсәй ойоштороу комитетына йөкмәтте, эш барышын Кремль хакимиәте етәксеһе Антон Вайно контролдә тотасаҡ.
Хөкүмәткә бер ай эсендә "Хәтер һәм дан йылы"н уҙғарыуға бәйле мөһим саралар планын төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды.