Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 12:32

"Айыҡ ауыл" конкурсы

Республика йортонда "2019 йылдың айыҡ ауылы" конкурсына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.

Конкурс ике этаптан тора. Тәүгеһе - 8 июлдән 31 авгусҡа тиклем республика райондары ауылдарында, икенсеһе 1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклем төбәктәрҙә еңеп сыҡҡан ауылдар араһында үткәрелә.


Беренсе урын өсөн - 500 мең һум, икенсегә - 250 мең һум, өсөнсө урынды алған ауылға 150 мең һум күләмендә премия ҡаралған. Ойоштороу комитеты шулай уҡ район һәм ауыл хакимиәте етәкселәренә, мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға һәм сарала әүҙем ҡатнашыусыларға дәртләндереү бүләктәре тапшырасаҡ.


Читайте нас: