Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2019, 17:04

Ипотекаң булһа – 450 мең һум

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙең ипотека кредиттарын өлөшләтә компенсациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уның суммаһы – 450 мең һум.

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙең ипотека кредиттарын өлөшләтә компенсациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уның суммаһы – 450 мең һум.


Дәүләт ярҙамы 2019 йылдың 1 ғинуа­рынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм унан һуңғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн ҡаралған. Шуныһы ҡыуа­ныслы, был суммаға һалым һалынмаясаҡ.


Түләүҙе алыр өсөн ғаилә ипотека алған банкына ғариза, стандарт документтар йы­йылмаһы һәм бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ тапшырырға тейеш. Быйыл ипотеканы өлөшләтә ҡаплау өсөн түләүҙәрҙе 30 мең самаһы Рәсәй ғаиләһе ала аласаҡ.


Читайте нас: