Республикабыҙҙа һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.
Ошо маҡсатҡа ярашлы, 1 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн һөт фабрика-кухняһы эш башланы.
Билдәле булыуынса, был проект быйыл 1 апрелдә республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралғайны. Производство етештереү хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, барлыҡ санитар нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе һаҡлау мөмкинлеген биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда 15-тән ашыу төр продукция сығарыласаҡ.
Һөт фабрика-кухняһы ризыҡтары менән Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Мәләүез, Ишембай райондарының өс йәшкә тиклемге балалары тәьмин ителәсәк. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт комитетында был продукцияны социаль ярҙам рәүешендә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә балаларҙың исемлеген төҙөлгән.
Һөт аҙыҡтарын артабан Күмертау ҡалаһына, Көйөргәҙе, Ауырғазы райондарына таратыу мәсьәләһе лә ҡарала. Продукцияны коммерция нигеҙендә махсус магазиндарҙан да алыу мөмкин буласаҡ.
Ошондай уҡ һөт кухняларын Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында ла булдырыу планлаштырыла.