Июнь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бөтә пенсионерҙар өсөн дә әһәмиәткә эйә булған ҡарар проекты әҙерләнде.
Бынан ары пенсияларҙы йәшәү минимумынан кәметеү мөмкин булмаясаҡ. Ведомствола әйтеүҙәренсә, элек төбәк властары түләүҙәрҙе экономиялау өсөн йәшәү минимумынан кәметергә тырышҡандар.
Хәҙер Рәсәйҙә йәшәү минимумын иҫәпләүҙең берҙәм стандарты индерелә, был күрһәткесте үҙгәртергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Ошо йәшәү минимумынан сығып, пенсия һәм пособиелар күләме иҫәпләнәсәк.