Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2019, 13:11

Иғтибар итегеҙ

Күп балалы ғаиләләргә алыҫ араларға йөрөүсе поездарҙа ташлама яһала.

Күп балалы ғаиләләр ил буйынса йөрөгән поездарҙың купе вагондарына июнь һәм июль айҙарында 20 процент ташлама менән билет һатып ала ала.

Ташлама өлкәндәргә һәм 10 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балаларға бирелә.

Биш йәшкә тиклем балалар бушлай йөрөй (әгәр бала айырым урында ултырмаһа), ә биш йәштән 10 йәшкә тиклемгеләр өсөн тәғәйенләнгән тариф буйынса билет һатып ала, тип хәбәр итә Федераль пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте.

Билет һатып алғанда күп балалы ғаилә таныҡлығын күрһәтергә кәрәк.
Читайте нас: