2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 8-800-347-5454 телефоны буйынса һайлаусылар менән “ҡыҙыу линия” ойоштора.
“Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:
23 июлгә тиклем – эш көндәрендә 10 сәғәттән 13 сәғәткә һәм 14 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем,
24 июлдән 6 сентябргә тиклем – эш көндәрендә 10 сәғәттән 17 сәғәткә, ял көндәрендә 10 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем,
7 сентябрҙә – 10 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем,
8 сентябрҙә – 7 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем,
9 сентябрҙә – 14 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем,
10 сентябрҙә – 14 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем.
Һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә ағзалары һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.