Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған һабантуйҙар үтә.
Тәүгеләрҙән булып халыҡ байрамдары Һарытау өлкәһендә үтте. Аҙаҡ Ҡурған өлкәһе, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Екатеринбург ҡалаһы халҡы һабантуйҙарҙа күңел асты. Ҡунаҡтар өсөн башҡорт этно-фольклор, милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе эшләне. Рәсми делегация составында Миәкә, Ҡыйғы, Бүздәк, Салауат, Ишембай һәм Дүртөйлө райондары ҡатнашты.
29 июндә Ленинград өлкәһендә һабантуй үтәсәк. Был күркәм байрамда Ғафури һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Байрам сараһында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ошо уҡ көндә Һамар өлкәһендә Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтеүе көтөлә, унда Нуриман районы һәм Учалы филармонияһы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән таныштырасаҡ.
6 июлдә байрамдар Мәскәү, Троицк һәм Һамар ҡалаларында Хәйбулла, Кушнаренко, Күгәрсен райондары вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.
20 июлдә Свердловск өлкәһенең Кадниково ауылында, ә 27 июлдә Ырымбурҙа уҙасаҡ һабантуйҙарға рәхим итегеҙ! Халыҡ байрамдарын үткәреүҙең маҡсаты изге — башҡорт милли мәҙәниәтен һәм спорттың милли төрҙәрен үҫтереү һәм һаҡлау, республиканан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға теләктәшлек күрһәтеү, төбәктәр араһында мәҙәниәт һәм иҡтисади бәйләнеш урынлаштырыу.