Районда “Хәүефһеҙлек көндәре” тип аталған сираттағы сара уҙа, ул үҙйөрөшлө, юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланғанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймауға йүнәлтелә.
- Мал аҙығы әҙерләү миҙгеле башланды, юлдарҙа техника көндән-көн арта, шуға ла беҙ уларҙың техник торошон, техник күҙәтеү үтеү-үтмәүҙе, тракторсы-машинист таныҡлығы булыу-булмауҙы тикшерәбеҙ, - ти Дәүләт техник күҙәтеүе район инспекцияһы баш дәүләт инженер-инспекторы Урал Гәрәев.