Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2019, 15:32

“Бурыслы” операцияһы

17 июндән 26 июнгә тиклем районда “Бурыслы” оператив-иҫкәртеү сараһы уҙа, ул штраф түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тартырыуға йүнәлтелгән.

17 июндән 26 июнгә тиклем районда “Бурыслы” оператив-иҫкәртеү сараһы уҙа, ул штраф түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тартырыуға йүнәлтелгән.

Әгәр һеҙгә штраф һалһалар һәм уны уны билдәләнгән ваҡытта түләмәгән булһағыҙ, был осраҡта икеләтә күләмдә штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем арест ҡаралған. Артабан был документ штрафты мәжбүри түлләтереү өсөн суд приставтарына ебәрелә. Бурысығыҙ булыу-булмау тураһында үҙегеҙҙең участковыйҙан, шулай уҡ Эске эштәр министрлығы бүлегендә, ЮХХДИ бүлексәһендә белә алаһығыҙ.

Альбина КУТЬЯНОВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенең

административ закондарҙы үтәү төркөмө баш инспекторы.

Читайте нас: