Киске сәғәт 7-лә Санкт-Петербургтың «Ингервала» төркөмө һәм
Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны ҡатнашыусылары сығыш яһаны. Башҡортостанды «Рәсәй йырҙары» фестивалендә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле күрһәтте, Өфөлә ҡатнашыусыларға Zainetdin проекты ла ҡушылды. Программаның икенсе өлөшөндә «Би-2» төркөмө сыҡты, уның сығышы байрам фейерверкы менән тамамланды.