Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 17:15

10 мең кешене былау менән һыйламаҡсылар

Иртәгә Башҡортостанда байрам. Мосолмандарҙың Ураҙа байрамы айҡанлы ял итәбеҙ.


Байрам шишәмбегә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республикала һәм баш ҡалала төрлө байрам саралары үтәсәк. “Торатау” Конгресс-холы артындағы “Ватан” паркында көндөҙгө сәғәт 12-лә башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт буласаҡ, хәләл-йәрминкә ойоштороласаҡ, бүләктәр уйнатыласаҡ, былау менән һыйлаясаҡтар.


“Башҡортостан” лайфстайл-үҙәге алдында иһә кескәйҙәрҙе көтөп ҡалалар. Бында “Балалар Ураҙа байрамы” ойошторола. Балалар өсөн төрлө бәйгеләр уҙғарыласаҡ. Бында ла барлыҡ килгән ҡунаҡтарҙы былау менән һыйламаҡсылар. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, дөйөм алғанда былау 10 мең кешегә етәсәк.


Читайте нас в