Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2019, 11:50

Республика ҡурай байрамының төп бүләген Сибайҙан Шамил Күсәмишев яуланы

18-19 майҙа республика ҡурайсылары йәнә Октябрьский ҡалаһына йыйылды. Ошо көндәрҙә бында XIX Республика ҡурай байрамы уҙҙы. Төп бүләккә — автомобилгә Сибайҙан Шамил Күсәмишев лайыҡ булды.
Шулай уҡ беренсе урын алған конкурс еңеүселәре:
— «16 йәшкәсә ансамблдәр» категорияһында — «Аманат» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, Благовещен ҡалаһы;
— «16 йәштән өлкән ансамблдәр» категорияһында — ҡурайсылар ансамбле, Белорет ҡалаһы;
— «12 йәшкә тиклемге солистар» категорияһында — Хәким Ғилманов, Өфө;
— «12-нән 16 йәшкәсә тиклемге солистар» категорияһында — Радмир Ғүмәров, Туймазы ҡалаһы;
— «16 йәштән өлкән солистар» категорияһында — Айрат Ҡарасов, Өфө һәм Динар Абдуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, быйыл ҡурай байрамына һәм уның барышында уҙғарылған «Байға 2019» конкурсына республиканың 10 ҡалаһынан һәм 19 районынан 324 ҡурайсы, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре вәкилдәре килде.
Байрам аҙағында Октябрьский музыка колледжы залында конкурс еңеүселәренең һәм финалсыларының ҙур гала-концерты булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ла шунда үтте. XIX Республика ҡурай байрамының абруйлы ҡунағы — мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙ бөтәгеҙ ҙә еңеүсе!», — тине министр.
Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Шмелев та сарала ҡатншыусыларға сәләмләү һүҙен еткерҙе һәм быйыл ҡурай байрамының билдәле датаға — Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланыуын билдәләне.

Читайте нас: