Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдиме менән диктант тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусында уҙҙы. Тәүҙә ойоштороусылар акцияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан, Канаданан, Төркиәнән, АҠШ-тан, Франциянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Швейцариянан, Польшанан, Испаниянан, Италиянан, Швециянан 20 меңләп кеше ҡатнашырын күҙаллағайны. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә юғарыраҡ булды.
«Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе — Радий Хәбировтың диктанты. Туған телендә оҙаҡ аралашмаһа ла, Радий Фәрит улы насар яҙмаған. Ул диктантта ҡатнашыусыларҙың күпселегенә хас бер нисә орфографик хата ебәргән, — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. — Был — һәйбәт һөҙөмтә һәм диктантта «бишле» билдәһен алғандарға ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп һәм «өслө» алғандарға яҡшы мотивация. Хәйер, һәр кем насар билдәләрҙе төҙәтеү мөмкинлегенә эйә: халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелә. Киләһенә әҙерләнергә ваҡыт бар».