Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2019, 17:50

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла

Өфөләге «Акбуҙат» ипподромында шәмбе, 27 апрелдә, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был юлы Балаҡатай, Иглин, Илеш һәм Учалы райондары һыбайлылары ярыша.
Турнир ике турҙа үтә: тәүҙә сабыштарҙа район чемпионы билдәләнә, аҙаҡ дүрт еңеүсе һәм дүрт көмөш призер йәрәбә буйынса эләккән «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара ярыша.
Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарылған турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ҡатнаша.
24 мартта үткән беренсе этапта Әлшәй, Дыуан, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре ярышты. Жокейҙар чемпионатында Дыуан районынан Монах ҡушаматлы ат менән Илдар Нурғәлиев еңеү яуланы. Башҡортостан юлдаш телеканалы сабыштарҙы тура эфирҙа күрһәтте.

Читайте нас в