Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була.
Бындай сара 1968 йылдан алып уҙғарыла. Өфө, билдәле булыуынса, 2013 йылда Балаларҙың халыҡ-ара ҡышҡы уйындарын ҡабул иткәйне.
Ярышта 12-15 йәшлек спортсылар көс һынаша. Үҙенсәлек шунда: сарала илдәрҙең түгел, ә ҡалаларҙың йыйылма командалары ҡатнаша. Өфөлә үтәсәк ярыштарға заявка 22 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Әлегә утыҙ илдең 80 ҡалаһынан документ тапшырылған. Барлығы 1500 спортсы һәм тренер киләсәк тип көтөлә.
Халыҡ-ара балалар уйындарында республикабыҙ данын Өфө, Туймазы, Октябрьский ҡалаларының йыйылма командалары яҡлаясаҡ. Шулай уҡ 600 ирекмән ҡатнашыуға заявка биргән, улар әле сараға әҙерлек үтә.
Сараны асыу тантанаһын “Өфө-Арена”ла уҙғарыу планлаштырылған, ябыу иһә – “Ватан” этнопаркы майҙанында. Барлыҡ сараларға инеү ирекле буласаҡ, ти ойоштороусылар.
Бюджет 167,2 миллион һум тәшкил иткән. Был сумманың 2,2 миллион һумын – Өфө ҡалаһы хакимиәте, 150 миллион һумды – “Газпром”, 15 миллион һумды Рәсәйҙең Спорт министрлығы бүлгән.