Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2019, 17:49

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн енәйәт язаһы ҡәтғиләште

Рәсәйҙә кешеләр йәрәхәтләнгән йәки һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн енәйәт язаһы көсәйтелде. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа закон проектын ҡабул итте.

Рәсәйҙә кешеләр йәрәхәтләнгән йәки һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн енәйәт язаһы көсәйтелде. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа закон проектын ҡабул итте.

Закон былай ти: әгәр аварияла ғәйепле кешеләрҙең һаулығына ауыр зыян килтерелгән ваҡиға урынынан ҡасһа, ул иҫерек килеш рулгә ултырған водитель кеүек язаға тарттырыла. Әгәр фажиғәлә бер кеше һәләк булһа, иректән мәхрүм итеү ете йылға тиклем, ике һәм унан күберәк булһа, дүрттән алып туғыҙ йылға тиклем тәшкил итергә мөмкин, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Әле юл фажиғәһе урынынан ҡасҡан ғәйеплеләргә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса яза бирелә: танытмаһы тартып алына йәки 15 тәүлеккә ҡулға алына.

Фото : Яндекс
Читайте нас: