Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2019, 16:27

Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәре бара

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре башланды.
Иртән Башҡортостандың һәм Татарстандың Фәндәр Академиялары президиумдарының берлектәге ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусылар ағымдағы хәлде һәм ике республика ғалимдарының хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Һуңынан Татарстан яҙыусылары делегацияһы Өфөнөң 84-се татар гимназияһына барҙы. Улар араһында күрше республиканың танылған шағирҙары һәм яҙыусылары: Татарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе, драматург Данил Сәлихов, яҡташ шағир, Ғ.Туҡай премияһы лауреаты Рәдиф Ғаташ, Татарстандың халыҡ шағирҙары, Ғ.Туҡай премияһы лауреаттары Зиннур Мансуров һәм Гәрәй Рәхим бар ине. Уларҙы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Зәки Әлибаев оҙатып йөрөнө.
84-се татар гимназияһы директоры Рәүил Иҙрисов ҡунаҡтарға кабинеттарҙы күрһәтеп сыҡты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө сәхнә әҫәрҙәре, интермедиялар, шиғырҙар һәм йырҙар формаһында татар телен белеүҙәрен күрһәтте. Директор ҡунаҡтарға гимназияла белем биреү процесы, туған телдәрҙе нисек өйрәнеүҙәре хаҡында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, гимназия уҡыусыларының яртыһы «Туған тел» фәне булараҡ татар телен уҡый. Сит телдәрҙән инглиз, немец телдәрен өйрәнә. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытыла.
Гимназияның тамашалар залында уҡыусылар әҙерләгән концерт күрһәтелде. Татарстан яҙыусылары гимназистар алдында сығыш яһаны, үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны.
Өфөнөң 84-се татар гимназияһы 2002 йылда 84-се урта мәктәптә ойошторолған. Гимназияла 51 класс бар, уларҙа 1396 бала белем ала.
Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһендә Татарстан яҙыусыларының башҡорт яҙыусылары менән осрашыуы була.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаттары: республика парламенты рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова, Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитет рәйесе Рәзил Вәлиев, Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитет рәйесе Альберт Хәбибуллин менән осрашыуы уҙҙы.
Кискә ҡарай абруйлы ҡунаҡтарҙы «Дуҫлыҡ күпере» күргәҙмә проекты, Башҡортостандың Милли музейы фондынан халыҡ кәсептәре, татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһе менән таныштырыу ҡаралған. Шулай уҡ ике республиканың милли командалары ветерандары ҡатнашлығында хоккей уйыны ойошторола.
Башҡортостанда Татарстан көндәре иртәгә лә дауам итә.

Читайте нас: