Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2019, 12:54

“Библиотөн” дуҫтарын саҡыра

20 апрелдә “Бөтә донъя – театр!” темаһына “Китапханалар төнө-2019” бөтә Рәсәй акцияһы уҙа.

20 апрелдә “Бөтә донъя – театр!” темаһына “Китапханалар төнө-2019” бөтә Рәсәй акцияһы уҙа.

Район китапханалары акцияла ҡатнашыусылар өсөн төрлө танып-белеү һәм күңел асыу программалары, оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, данлыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар әҙерләне.

Мәҫәлән, балалар китапханаһында йәш эҙәрмәндәрҙе театр сумаҙаны серҙәре, ҡыҙыҡлы квестар, күңелле уйындар һәм конкурстар көтә. Никифар, Шафран, Ибрай, Ғәйнәямаҡ ауылдарында йәшәүселәргә Мостай Кәрим, Николай Гоголь һәм башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәре буйынса театрлаштырылған тамашалар тәҡдим ителәсәк. Ҡайраҡлы ауыл китапханаһы үҙ ҡунаҡтарын “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” тип аталған мауыҡтырғыс флешмоб һәм “Муха-Цокотуха” әкиәте буйынса күңел асыу-уйын программаһы менән ҡаршы аласаҡ. Үҙәк китапхана ла “Библиотөн”дә ҡатнашыусылар өсөн республика театрҙары буйлап виртуаль сәйәхәт, әҙәби лото, театр батлдары әҙерләне.

Был көндө һәр кем үҙе өсөн кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы сара табыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға теләүселәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.

Луиза АҪЫЛГӘРӘЕВА,

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһының мәғлүмәт-методика бүлеге мөдире.
Читайте нас: