Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2019, 13:56

Башҡорт теле уҡытыусылары бөтә Рәсәй съезына әҙерләнә

Раевка гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы уҙҙы, унда милли мәғарифты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.

Раевка гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы уҙҙы, унда милли мәғарифты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.

Уҡытыусылар мәғариф ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Конференцияла шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был вәкәләтле форум Өфөлә 11 апрелдә уҙасаҡ. Делегаттар республикабыҙҙа һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Алты кешенән торған Әлшәй делегацияһы форумға мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхмәтов етәкселегендә барасаҡ.
Читайте нас: