Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2019, 16:38

Ингосстрах” Раевка ауылында яңы офис асты

“Ингосстрах” ойошмаһы филиалының яңы офисы страховка продукттарының һәм хеҙмәттәренең тулы ассортиментын тәҡдим итә.

Офиста автостраховка полистары (ОСАГО һәм каско) алырға, милекте (фатир, йорт) страховкалау килешеүҙәре, бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау программалары буйынса документтар тултырырға, шулай уҡ сит илдә йәки Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн туристик сәфәргә полис һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, клиенттар ғәмәлдәге страховка килешеүҙәре буйынса взностар түләй, шулай уҡ страховка осрағында түләү алыу өсөн ғариза һәм документтар тултыра ала.

“Ингосстрах” ойошмаһының яңы офисы адресы: Раевка ауылы, Ауыл хәбәрсеһе урамы, 11 а, эш графигы: дүшәмбе-йома 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем, 13 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем - тәнәфес.

“Ингосстрах” ойошмаһы халыҡ-ара һәм эске баҙарҙа 1947 йылдан алып эшләй, Рәсәй страховкалау компаниялары араһында юғары урындарҙы биләй.

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: