Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2019, 16:26

Еңеү тураһында үҙ тарихыңды һөйлә

Республикала “Еңеү тарихтары” тип аталған патриотик акция старт алды.

Уның маҡсаты – Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү.

Акцияла мәктәптәрҙең өлкән синыф уҡыусылары һәм махсус урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Улар ветерандар менән осрашасаҡ һәм видеоинтервью яҙып аласаҡ. Видеороликты ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк. Унан һуң БСТ командаһы яҙып алынған интервьюларҙан Еңеү тарихы тураһында фильм-йылъяҙма төшөрәсәк. Ул телеканалда 9 майҙа күрһәтеләсәк.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, акция йомғаҡтары буйынса видеоархив менән берҙәм республика порталы, социаль селтәрҙәрҙә асыҡ төркөмдәр булдырырласаҡ, унда һәр кем һуғышта ҡатнашҡан йәки Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда ал-ял белмәй эшләгән ҡәҙерле кешеһе тураһында иҫтәлектәрен урынлаштыра аласаҡ.

Акцияның шарттары һәм заявка тултырыу формаһы тураһында ентекле мәғлүмәтте https://bash.news/istorii-pobedy/ сайтында табырға мөмкин.
Читайте нас: