1 апрелдән пенсионерҙарға социаль пенсиялар 2 процентҡа индексациялана, тип иҫкә төшөрҙөләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.
Бөгөндән саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандарҙың дәүләт пенсиялары, шулай уҡ социаль пенсияларҙың үҫеүенә бәйле булған башҡа түләүҙәр арта.
Бынан тыш, 1 апрелдән Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, өс дәрәжәле Дан ордены һәм I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексациялана.
Республиканың 101 мең пенсионерына, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионерға арттырылған пенсия түләнергә тейеш.
«Арттырылған пенсия түләү өсөн республика финанслау менән тулы күләмдә тәьмин ителгән», — тине Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.