Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һөнәри байрамда иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында уҙҙы.
«Мин республикабыҙ мәҙәниәтенең бөтә төҫтәре күрһәтелгән ошо залда тәү тапҡырмын. Бөгөн һеҙҙе күркәм байрам — Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Беҙҙең республикала үҙен мәҙәниәткә арнаған кешеләр 15 меңдән ашыу. Донъябыҙҙы изгерәк иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Тормошобоҙ юғары тиҙлекле, конкурентлы, һәм беҙ моң ярҙамында ғына һәр кемдең күңеле бар икәнен аңлай башлайбыҙ. Башҡортостанды данлаған һәм уға алдынғы булырға мөмкинлек биргән музыка, театр, һынлы сәнғәт эшмәкәрҙәре менән һоҡланам һәм улар алдында баш эйәм, һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм», — тине Радий Хәбиров.
Танылған актер, Театр эшмәкәрҙәре берекмәһе рәйесе Әхтәм Абушахманов һәм билдәле баянсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы комиссия ағзаһы Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Был көндө эстрада йондоҙҙары ла билдәләнде. Татарстан Республикаһының «Салауат» эстрада театры директоры Салауат Фәтхетдинов һәм «Карауанһарай» төркөмөнөң художество етәксеһе Вилдан Яруллин Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды, танылған ҡурайсы, «Карауанһарай» төркөмө солисы, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге директоры Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм администраторы Мәхмүт Нәҙершин республиканың маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Салауат драма театры актерҙары Гөлшат Зыязетдинова һәм Миңнулла Иҙрисов, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе директоры Эльвира Ғиндуллина маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Сәғит Ғималетдиновҡа — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Наталья Кочуроваға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде.
Автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин, борғосо, Эстрада-джаз оркестры артисы Артур Ғимаев, йырсы һәм Йәштәр театры актрисаһы Гөлсөм Бикбулатова, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев, Өфө сәнғәт училищеһы ҡурайсыһы һәм уҡытыусыһы Таһир Хәмитов, Сибай драма театры актеры Урал Зәйнуллин — республиканың атҡаҙанған артисы, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Лариса Фәсхетдинова һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алды.