Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2019, 14:45

Башҡортостанда беренсе бала өсөн түләүгә 500 миллион һумдан ашыу бүленде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе бала өсөн түләүгә 523 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. 2019 йылдың июненә тиклем документтарын тапшырған ғаиләләр бер тапҡыр бирелә торған матдия ярҙам алыуға хоҡуҡлы.
«Аҡса алыуға сират документтар тапшырылған датанан сығып күсә бара, — тип билдәләнеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. — Документтар ҡабул итеү һәм таныҡлыҡтар биреү менән Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы шөғөлләнә».
Бынан алда «Башинформ» республикала тәүге балалары донъяға килгән ата-әсәгә 300 мең һум күләмендә социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйылыуын хәбәр иткәйне. Балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм программала ваҡытында ҡатнашҡан ғаиләләр генә ошондай ярҙамға дәғүә итә ала. Ата-әсәнең бала тыуғандан һуң ғариза биреү өсөн алты ай ваҡыты бар. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әлеге мәлгә 2764 сертификат тапшырған. Программала 7300-ҙән ашыу йәш ғаилә ҡатнаша.

Читайте нас: