Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2019, 12:52

Республиканың 100 йыллығына яңы энциклопедия донъя күрҙе

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы» исемле энциклопедия баҫылып сыҡты.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы» исемле энциклопедия баҫылып сыҡты.

Баҫма универсаль төбәк энциклопедияһы булып тора. Унда Башҡортостан, уның тарихы, Рәсәйҙә һәм донъяла биләгән урыны һәм роле тураһында мәғлүмәт тупланған. Энциклопедияла төп иғтибар республиканың төрлө йылдарҙағы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәленә йүнәлтелгән.

Китап ике бүлектән тора. Беренсеһенә төбәктең тарихын, Башҡортостандың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошон сағылдырған күҙәтеү очеркы индерелгән. Икенсе бүлек алфавит тәртибендә урынлашҡан төшөнсәле һәм биографик мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала.

Энциклопедия рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән, 1800-ҙән ашыу мәҡәлә ингән. Баҫмала 2100-ҙән ашау иллюстрация һәм 70-тән артыҡ карта бар. Энциклопедияның күләме — 145,6 иҫәп-нәшриәт табағы.

Энциклопедияның баш мөхәррире — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, яуаплы мөхәррире — «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте директоры Уйылдан Сәйетов.

Читайте нас: