Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 13:18

Ярымфиналды еңеүҙән башланыҡ!

Кисә Екатеринбург ҡалаһында “Салауат Юлаев” менән урындағы “Автомобилист” плей-офф уйындарының икенсе раундын башланы.

Кисә Екатеринбург ҡалаһында “Салауат Юлаев” менән урындағы “Автомобилист” плей-офф уйындарының икенсе раундын башланы.


Командалар тәүҙән үк уйынды ҡыҙыу тотто. Шулай ҙа "Салауат Юлаев" үҙ көсөн күрһәтеп өлгөрҙө: өсөнсө осорға 1:0 иҫәбе менән инеүгә өлгәште. Һәм, "Автомобилист" нисек кенә һөжүм итмәһен, ҡапҡала ныҡ торҙо Юха Метсола: еңеү - беҙҙә!


Серияла иҫәп - 1:0.


Киләһе уйын 16 мартта йәнә Екатеринбургта була, киске сәғәт 5-тә башлана.
Читайте нас: