Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2019, 14:38

Республикала 2019 йылда тәүге өс игеҙ бала донъяға килде

4 мартта Башҡортостандың Бөрйән районында бер ҡыҙ һәм ике малай тыуҙы. Улар — республикала 2019 йылда донъяға килгән тәүге өс игеҙ бала. 13 мартта күп балалы ата-әсә Лена һәм Ильяс Шәриповтар сабыйҙарын ЗАГС бүлегендә теркәне, тип хәбәр иттеләр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
Балаларға Гүзәл, Дим һәм Айҙар тип исем ҡушҡандар. Өйҙә уларҙы тағы ике апаһы һәм бер ағаһы көткән. Шулай итеп, Шәриповтар ғаиләһендә тулы комплект: өс ҡыҙ һәм өс малай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда Башҡортостанда тәүге өс игеҙ бала 2018 йылдың 17 ғинуарында Нефтекама ҡалаһының ЗАГС бүлегендә теркәлгәйне.

Читайте нас в