Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. Төбәктең барлыҡ тораҡ пункттарында быйыл – дүрт меңгә яҡын, алдағы алты йылда 26 мең самаһы подъезды төҙөкләндереү планлаштырыла.
Барыһы ла – бюджет иҫәбенә. Алты йыл өсөн алты миллиард һум сығым бүлеү ҡаралған.
Программала нисек ҡатнашырға? Күп ҡатлы йортҡа һуңғы биш йылда ремонт үткәрелмәгән икән, унда йәшәүселәр урындағы хакимиәткә заявка бирә ала. Муниципалитет ҡарамағындағы йәмәғәт комиссияһы ғаризаны ҡарап, подъездың торошона бәйле ремонттың ҡасан үткәреләсәген билдәләй.
Программала быйыл ҡатнашыусылар асыҡланды. Исемлекте район-ҡалаларҙың сайттарында ҡарарға мөмкин. Әлегә программаға ике, биш һәм туғыҙ ҡатлы йорттар ғына инде. Уларҙа йәшәүселәр йыйылыш үткәрҙе, подъездарында ремонт йәйгә ҡарай башланасаҡ. Артабан киләһе йылға исемлек әҙерләнә.
Йыйылышта муниципалитет, идара компанияһы вәкилдәре һәм йортта йәшәүселәр булыуы мөһим. Сарала кәмендә дөйөм майҙандың өстән ике өлөшө милекселәре ҡатнашырға тейеш.