«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы тәҡдиме менән 2019 йылдың 18 апрелендә Өфө ҡалаһында Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата саралар, шул иҫәптән Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VIII съезын уҙғарырға хәл ителде. Урындағы үҙидара көнө һәм Муниципаль берәмектәр съезы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документ менән съезды һәм сараларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләй.
Ойоштороу комитетына — Муниципаль берәмектәр съезын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау, ә республика хөкүмәтенә уны уҙғарыу буйынса сығымдарҙы финанслау бурысы йөкмәтелгән.
Республиканың урындағы үҙидара органдарына муниципаль берәмектәрҙә Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар ойошторорға тәҡдим ителгән.