Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2019, 16:40

“Көсһөҙ” заттың көслө яҡтары

Ҡатын-ҡыҙға “көсһөҙ” зат тип ҡарау беҙҙә күптән ҡалыплашҡан. Ғәмәлдә хәл нисек? Статистиканан күренеүенсә, ир-ат сәләмәтлеге хаҡында әллә ни уйланмай ҙа, уны хәстәрләмәй ҙә. Йәшәү көсө тураһында ла ҡыҙыҡһынмай.


Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙың 80 проценты үҙенең кәүҙә ауырлығы, тән матурлығы тураһында борсолһа, ир-аттың ни бары 16 проценты ғына артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу хаҡында уйлана. Шулай булғас, кем көслө һуң? Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер факттарҙы сағыштырып ҡарайыҡ.


Ҡатын-ҡыҙ торттағы күберәк шәмде өрөп һүндерә ала, сөнки уларҙың үпкәһе ир-аттыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ эшләй. “Аҫыл зат” йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә бирешеп бармай. Белгестәрҙең әйтеүенсә, улар ғаиләһе, туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре менән тығыҙ бәйләнештә, ҡатнашып йәшәй, шуға күрә ныҡлы социаль бәйләнештәр ғүмерҙең оҙайлылығын да арттыра. Был хәл тормош тарафынан иҫбатланған.


Ҡатын-ҡыҙҙа ауыртыу сиге юғарыраҡ. Был хәл бер ниндәй ҙә ғилми тикшеренеүҙәр менән раҫланмаған. Әммә табиптар бер һүҙҙән шуны раҫлай: “аҫыл зат”ҡа экстремаль стрестарҙы һәм бала тапҡанда ауыртыныуҙарҙы кисерергә тура килә, шуға күрә улар түҙемлерәк тә, сыныҡҡаныраҡ та.


Баш һәм тамаҡ яман шеше уларҙы урап үтә. Статистиканан күренеүенсә, ир-ат ауыҙ ҡыуышлығы йәки йотҡолоҡ яман шешенә ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк юлыға. Ҡыҙыл үңәс яман шеше осрағында был нисбәт тағы ла юғарыраҡ, сөнки ир-аттың сәләмәтлеге хаҡында уйлап тормай, тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыуы билдәле.


Ҡатын-ҡыҙҙың еҫ һиҙеү һәләте яҡшыраҡ. Был ғәжәп тә түгел, юҡҡа ғына хуш еҫле шәм, һабын йәки хушбуйҙар аҫыл зат өсөн тәғәйенләнмәгән бит. Белгестәр әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙа еҫ һиҙеү күҙәнәктәре көслө зат менән сағышт­ырғанда 50 процентҡа күберәк. Сәбәбен әлегә аңлатыусылар юҡ.


Ҡатын-ҡыҙҙың хәтере яҡшыраҡ.


Ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙың хәтерләү һәләтенең яҡшы булыуын иҫбатлағандар. Ә ир-аттың онотоусанлығы, хәтерһеҙлеге күптәргә мәғлүм.

Читайте нас: