Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2019, 16:52

8 март уңайынан республикала йәшәүселәрҙе өс көнлөк ял көтә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан рәсәйҙәрҙе өс көнлөк ял көтә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 март байрам көнө булып тора. Кесаҙна, 7 мартта, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында — 8,9,10 март, ә алты көнлөк эш аҙнаһында 8 һәм 10 март ял көндәре булып иҫәпләнә.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 8 марттағы байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Читайте нас: