Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә ашыра башлауҙары хаҡында белдерҙе.
Уның асылы шунда: һәр үҫешкән ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. «200 метр йәки 1,5 саҡрым булһынмы, ауылда йәшәүселәр яҙлы-көҙлө осорҙа үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн ул асфальт япмалы булырға тейеш», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, «Тыуған урам» программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнергә һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итергә тейеш.