Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2019, 13:49

Йәш белгестәр өсөн

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн 18 февралдән 11 мартҡа тиклем агросәнәғәт комплексы ойошмаларынан документтар ҡабул итеүе тураһында хәбәр итә.

Документтар мәғариф учреждениеларын 2016 йылдан һуң тамамлаған, дәүләт ярҙамына документтар тапшырған ойошмала кәмендә алты ай хеҙмәт стажына эйә булған йәш белгестәрҙән ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн тел. 3-07-41 (район ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе И. И. Харрасова).
Читайте нас: