Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, министрлыҡ һәм район ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре һәм колледж етәкселеге ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Башҡортостанда аграр уҡыу йорттары базаһында алты зона ресурс үҙәге асыу планлаштырыла. Аксен агросәнәғәт колледжындағы үҙәктә төбәктәге ауыл хужалығы етештереүселәренә үҫемлекселек һәм умартасылыҡ өлкәһендә төп технологик процестарҙы үткәреүгә бәйле консультациялар биреләсәк.
Аксен агросәнәғәт колледжының уҡыу-уҡытыу эше мөдире.