Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2019, 11:31

Башҡортостанда 1 февралдән Рәсәй почтаһының яңы хеҙмәте эшләй башланы

Хәҙер почта элемтәһе бүлексәләрендә теләһә ниндәй банк картаһына уның хужаһының номеры буйынса ғына ла аҡса һалырға мөмкин. Рәсәй почтаһының был яңы хеҙмәте ярҙамында туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға аҡсалата бүләк яһау тағы ла тиҙерәк һәм уңайлыраҡ буласаҡ.

Һеҙгә икенсе төбәктә йәшәгән туғаныңдың банк картаһына аҡса ебәрергә кәрәк, ти. Ә һеҙҙә ул банктың картаһы ла, заманса онлайн-ҡушымталар ҙа йәки бөтөнләй бер ниндәй банк картаһы ла юҡ.

Рәсәй почтаһы тәҡдим иткән яңы хеҙмәт буйынса хәҙер почта бүлексәһенән һеҙҙең йәки икенсе кешенең банк картаһына кәрәкле сумманы күсереп буласаҡ. Өҫтәүенә банк картаһы һәм түләү терминалы булыу талап ителмәй, был бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә уңайлы. Һеҙгә теләһә ҡайһы почта бүлексәһенә паспорт менән килергә һәм аҡса күсерә торған карта номерын ғына белергә кәрәк. Аҡса картаға шунда уҡ күсә һәм уны алыу өсөн почта бүлексәһенә барып йөрөргә кәрәкмәй.

Шуныһы мөһим, дебет һәм кредит картаһын да тулыландырырға була. Шулай уҡ кредиттарҙы ла түләргә мөмкин. Хеҙмәттән файҙаланған өсөн комиссия алына.

Реклама хоҡуҡтарында
Читайте нас: